11:13 (UTC+5), 25 Мая 2018

Башҡортостанда эшләп йөрөгән иң өлкән пенсионерҙы атанылар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 200 меңдән ашыу пенсионер етештереүҙең төрлө тармаҡтарында эшләүен дауам итә. Уларҙың иң өлкәне 93 йәште уҙған. Оло йәштәге ханым Өфөлә йәшәй һәм эшләй, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.
«Республикабыҙ Рәсәйҙең оҙон ғүмерлеләр күп йәшәгән биш төбәге иҫәбенә инә. Хәҙер Башҡортостанда йөҙ йәшен артылған 158 пенсионер, шул иҫәптән 18 ир-егет бар. Уларҙың иң өлкәненә 107 йәш тулды», — тип билдәләне Башҡортостан буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров.
Әлеге көндә Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,181 миллион пенсионерға аҡса түләй.
Шуның менән бергә, федераль киң мәғлүмәт саралары Рәсәй Пенсия фондына һылтанып хәбәр итеүенсә, илдә 100 йәшлек биш пенсионер эшләп йөрөй.
Уларҙың өсәүһе — Мәскәүҙә, берәүһе — Мәскәү өлкәһендә, тағы ла берәүһе Краснодар крайында йәшәй.
Рәсәйҙә иң ҡарт пенсионер Чечняла ғүмер итә. Документтарға ярашлы, ҡатын 1889 йылдың 1 июлендә тыуған. Хәҙер уға 128 йәш.
http://www.bashinform.ru/news/1164176-v-bashkirii-nazvali-samogo-starogo-rabotayushchego-pensionera/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика