06:20 (UTC+5), 25 Мая 2018

Башҡорт дәүләт университеты — Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ университеты исемлегендә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Сит илдәге The Financial Engineer Times (USA, California) медиа-үҙәге төҙөгән Рәсәй университеттары рейтингына ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең алдынғы вуздары араһында 91-се урынды биләй һәм үҙенең әһәмиәте буйынса байтаҡ Мәскәү университеттарын уҙып киткән, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡорт дәүләт университеты был рейтингта тәҡдим ителгән бөтә республика вуздарын уҙған. Артабан исемлектә баш ҡала вуздарынан 160-сы урында Өфө дәүләт авиация техник университеты килә, һуңынан – Башҡорт дәүләт педагогия университеты – 180-се урында.
Белешмә. TFE Times рейтингы юғары уҡыу йорттары булған илдәр буйынса төҙөлә, бөтөн донъянан 4000-дән ашыу юғары уҡыу йортон иҫәпкә ала һәм сит ил университеттары менән конкуренттарҙың үҙ урындарын сағыштырыу өсөн файҙаланыла. Рәсәй сегментында йыл һайын 400-ләгән иң әһәмиәтле университет сағыла.
http://www.bashinform.ru/news/1163700-bashkirskiy-gosuniversitet-v-sotne-luchshikh-universitetov-rossii-po-versii-tfe-times/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика