09:03 (UTC+5), 21 Май 2018

Ҡала көнөндә Өфөлә «Изге былау» хәйриә байрамы ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 12 июндә, Ҡала көнөндә, Өфөләге С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды сирле балалар өсөн сираттағы «Изге былау» шәфҡәтлелек байрамын уҙғара. Асыҡ майҙансыҡта баш ҡалабыҙҙың билдәле кешеләре һәм иң яҡшы ресторандар командаларға берләшә.
Көн дауамында улар үҙҙәренең рецебы буйынса былау бешерә, ә байрам ҡунаҡтары һәм компетентлы жюри уларҙың оҫталығын баһалай.
Конкурста 15 команда ҡатнаша, кулинар бәйге жюрийында — Мәскәүҙән килгән билдәле концепт-шеф, блогер һәм көнсығыш аш-һыуы оҫтаһы, «Көнсығыш нескә ҡараш талап итә» китабы авторы Хәким Ғәниев.
Тәмле байрам баш ҡала халҡына һәм уның ҡунаҡтарына былауҙың төрлө төрҙәрен тәмләп ҡарауҙан тыш, ҙур изге эштә ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Ошо көндә йыйылған аҡса «Мәрхәмәт» фондының «Йөрәк һыҙығы» программаһына йүнәлтелә.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Уҙған йылда фондтың «Былау культы» хәйриә байрамында 200 меңдән күберәк аҡса йыйылғайны. Аҡса фондтың тәрбиәләнеүселәрен дауалауға йүнәлтелде.
http://www.bashinform.ru/news/1160450-v-den-goroda-v-ufe-sostoitsya-blagotvoritelnyy-gastronomicheskiy-prazdnik-dobryy-plov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика