12:30 (UTC+5), 18 Май 2018

Халыҡ-ара музейҙар көнө «Гиперкоммуникация дәүерендә музейҙар: яңы йүнәлеш, яңы аудитория» девизы аҫтында уҙа

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 18 май — Халыҡ-ара музейҙар көнө. Ошо байрамды булдырыу тураһында ҡарар 1977 йылдың майында Мәскәүҙә халыҡ-ара музейҙар советының (International Council of Museums, ИКОМ)XI генераль конференцияһында ҡабул ителә.
Халыҡ-ара музейҙар көнө рәсми иғлан ителгәнсе ИКОМ йыл һайын «Музей тәре походы» исемле сара уҙғарған. 1992 йылда тәүгә Халыҡ-ара музейҙар көнө тигән дөйөм тема тәҡдим ителә, тип яҙа «РИА Новости» агентлығы.
2011 йылда сараларҙы ойоштороу өсөн институциональ партнерҙар йәлеп ителә һәм брендтың яңы элементтары: слоган, интернетта рәсми сайт һәм мәғлүмәт йыйылмаһы индерелә. Шул уҡ йылда ИКОМ Европа музейҙар төнө патроны була. Байрам саралары бер көн, ял көндәрендә йәки аҙна буйы дауам итеүе мөмкин. Был көндә музейҙар байрамдың төп темаһы менән бәйле саралар ойоштора.
2018 йылда Халыҡ-ара музейҙар советы «Гиперкоммуникация дәүерендә музейҙар: яңы йүнәлеш, яңы аудитория» темаһын һайлаған. Технологиялар музейҙарға коллекцияларын төрлө ысулдар менән популярлаштырып (мәҙәни мираҫты һанлы форматҡа күсереү, мультимедиалы сараларҙы экспозицияға ҡуйыу, шулай уҡ хештег булдырыу), үҙҙәренең төп аудиторияһынан сығырға һәм яңыларын йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 200-ҙән ашыу виртуаль музей эшләй. 2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй музейҙары балалар өсөн бушлай. Уларҙың гражданлығы мөһим түгел. 2017 йылда илебеҙ музейҙарына 125 миллион кеше килгән.
Музейҙар көнөн билдәләү барышында донъяның күп кенә илдәрендә «Музейҙар төнө» акцияһы үткәрелә. Уның төп маҡсаты — мәҙәни һәм тарихи мираҫҡа бағышланған сағыу, ғәҙәти булмаған программалар менән халыҡты йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу мөмкинлеге. «Музейҙар төнө»ндә теләгән һәр кем төрлө майҙансыҡтарҙа күргәҙмәләр, семинарҙар, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәрен бушлай ҡарай ала.
Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ошо акцияны 2002 йылда Красноярск музей үҙәге ойошторҙо. 2015 йылдан сарала илебеҙҙәге федераль, ведомство, шәхси майҙансыҡтар һәм музейҙар ҡатнаша. Быйыл акция 19 майҙан 20-һенә ҡарай төндә уҙғарыла. Башҡортостан халҡы Музейҙар төнөндә тәүгә «Ирәндек айыуы»н күрә ала.           
http://www.bashinform.ru/news/1159959-mezhdunarodnyy-den-muzeev-prokhodit-pod-devizom-muzei-v-epokhu-giperkommunikatsii-novye-podkhody-nov/  
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика