06:00 (UTC+5), 18 Мая 2018

Өфөләге ҙур супермаркеттар селтәрендә листериялы билмән тапҡандар

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Белгестәр Өфөләге «Лента» ҙур супермаркеттар селтәре продукцияһына тикшереү үткәргән. Магазиндарҙың береһендә листериялы билмәндәр табылған, тип хәбәр итә «Интерфакс» «Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы» вәкиленә һылтанма менән. Билмәндең Ҡазанда етештерелеүе билдәле.
Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, тикшереү етештереү үҙконтроле барышында гипермаркеттың башланғысы буйынса уҙғарылған.
«Хәүефле йоғошло ауырыу ҡуҙғытҡысы табылғандан һуң ошо продукцияның бөтә партияһы ла һатыуҙан алынды, айырым һаҡлана», — тип аныҡлана агентлыҡ белдереүендә.
Әле листерияның ярымфабрикатҡа нисек эләгеүен асыҡлайҙар, контроль-күҙәтеү сараларын Башҡортостан ветеринарияһы эксперттары оҙатып йөрөй.
Белешмә
Листериоз – кешеләр һәм хайуандар араһында таралған хәүефле йоғошло сир, үҙәк нервы системаһын, үрсеү органдарын зарарлай, ҡайһы берҙә ауырыуҙың билдәләре беленмәй. Листериозды күп кенә хайуандар, шул иҫәптән кимереүселәр һәм ҡоштар йоҡтора ала.      
http://www.bashinform.ru/news/1159859-v-krupnoy-seti-supermarketov-ufy-nashli-pelmeni-s-listeriey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика