06:40 (UTC+5), 18 Май 2018

Башҡортостанда Ҡорбан салыу үҙәге ойошторола

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.Өфөлә Ҡорбан байрамына Ҡорбан салыу үҙәге будырырға ниәтләйҙәр. Унда мосолмандар ҡорбан салыу йолаһын үтәй һәм халыҡты хәләл аҙыҡ менән тәьмин итә аласаҡ. Был турала «Интерфакс-Волга буйы» агентлығы хәбәр итә төбәк хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахмановтың һүҙҙәренә һылтанып.
Әлеге ваҡытта, вице-премьер һүҙҙәренсә, байрамға малды баш ҡалалағы 18 мәсет биләмәһендә салалар.
«Ҡорбан салыуҙы күп кеше күҙәтә, ҡайһы берҙәренә ул кешелекһеҙ, әхлаҡи нормаларға ярашһыҙ тойола. Бынан тыш, ҡорбан малдары бешмә, бруцеллёз, эхинококкоз һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы таратыу сығанағы булыуы ихтимал», — тип билдәләне Фәзрахманов.
Яңы ойошторолған Ҡорбан салыу үҙәге ветеринар оҙатыу документын электрон формала рәсмиләштерергә, идентификацияланған малды салырға һәм тейешле экспертизалар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, тип ышана властар.
Яҡынса, Ҡорбан салыу үҙәге Өфө янындағы Зинин ҡасабаһында була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда мосолмандарҙың изге Ҡорбан байрамы 21 августа билдәләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1159869-dlya-soversheniya-obryada-zhertvoprinosheniya-v-bashkirii-sozdadut-kurban-tsentr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика