10:00 (UTC+5), 18 Май 2018

Башҡортостанда миокард инфарктынан үлеү осраҡтары 17% кәмегән

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Кардиология советы 2018 йылдың беренсе кварталындағы эшкә йомғаҡ яһаны. Ведомствоның баш кардиологы Ирина Николаева һүҙҙәренсә, Башҡортостанда ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан (6,8 процентҡа), йөрәктең ишемик сиренән (10,3 процентҡа), миокард инфарктынан (17,7% процентҡа) вафат булыу осраҡтары кәмегән.
«Беҙҙең алға аныҡ маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйылған. Ул – граждандарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығын арттырыу, эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлеү осраҡтарын кәметеү», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров.
Бындай һөҙөмтәгә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлле системаһын индереү, ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланғандарҙың маршрутизацияһын ойоштороу ярҙамында өлгәшергә мөмкин булды, тип билдәләне белгестәр. Шулай уҡ профилактика, «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре», «Кардиолог менән ял итеп йөрөү» һәм башҡа акциялар роль уйнаны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңы май указына арналған кәңәшмәлә 2024 йылға уртаса ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә тейеш, тип белдергәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1159862-v-bashkirii-na-17-snizilas-smertnost-ot-infarkta-miokarda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика