06:30 (UTC+5), 17 Мая 2018

Республикала малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда 444-кә күберәк тыуған

асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 17май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.Башҡортостанда 2018 йылдың беренсе кварталында малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда 444-кә күберәк тыуған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Рәсәй Социаль страховкалау фонды.
Ағымдағы йылдың тәүге өс айында республикала 10 742 сабый донъяға килгән, уларҙың 5593-ө – малай, 5149-ы – ҡыҙ.
Республикала икенсе балалары тыуған ғаиләләрҙең артыуы күҙәтелә – дөйөм әсә булғандар иҫәбенән 40 проценттан ашыуы, 16 проценты – өсөнсөгә һәм унан күберәккә. 129 игеҙ бала тыуған, ул 2017 йылдың ошо уҡ осор күрһәткестәренән 22,5 процентҡа күберәк. 3 өс игеҙ донъяға килгән.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, сабыйҙар йышыраҡ шаршамбы көндө тыуған. Шуныһы ҡыҙыҡ, йышыраҡ 29 һәм 34 йәштәге ҡатындар бәпесләгән, тип асыҡланылар ведомствола.
Билдәләнгән осор эсендә «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Башҡортостан буйынса төбәк фонды бүлексәһе медицина ойошмаларына яҡынса 114 миллион һум күсергән. Был аҡсаны бөтәһе 84 медицина ойошмаһы – ҡатындарҙың йөклө булыу осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары һәм бер йәшенә тиклем сабыйҙы ҡарау буйынса хеҙмәт өсөн балалар поликлиникалары алған.  
http://www.bashinform.ru/news/1158426-v-bashkirii-malchikov-rodilos-na-444-bolshe-chem-devochek/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика