03:50 (UTC+5), 17 Мая 2018

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән биләмәләрҙе, социаль өлкәне, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Атап әйткәндә, Боҙ спортын үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма президенты Сергей Трофимец Өфөлә төҙөлөргә тейеш бассейны һәм боҙ аренаһы булған заманса физкультура-сәләмәтләндереү үҙәген тултырыу һәм уның ҡулай эшләүе буйынса спорт берләшмәһенең тәҡдимдәрен уҡып ишеттерҙе.
Миәкә районының Исламғол ауылында йәшәүсе Әнисә Рәхмәтуллина ауылдаштары исеменән республика Башлығына Өйәҙе ауылы аша авария хәлендәге күперҙе капиталь ремонтлауға һәм Елдәр ауылында район дауаханаһы бүлексәһенең эшен ҡайтанан башлап ебәреүгә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Әңгәмә барышында ауылда кәрәҙле элемтә булмау мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.
Өфөлә йәшәүсе Татьяна Хлёсткина һәм Снежана Йәнгилдина ҡулланма экология клубының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм «Күс» экологик мәғариф үҙәге ойоштороу буйынса пландары менән уртаҡлашты.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы Гүзәл Корнилаева менән төбәк Башлығы 2019 йылда прозаиктың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы уҙғарыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Граждандарҙы ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарға тейешле йөкләмәләр бирелде.
http://www.bashinform.ru/news/1159015-rustem-khamitov-provyel-lichnyy-priyem-grazhdan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика