09:30 (UTC+5), 16 Май 2018

Дондағы Ростовта һабантуй уҙҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 12 майҙа Дондағы Ростов ҡалаһындағы «Плевен» паркында 15-се тапҡыр һабантуй байрамы ойошторолдо. 
Халыҡ байрамында Башҡортостан, Татарстан, Дондағы Ростов һәм Ростов өлкәһе артистары, грузин, азербайжан, грек, әрмән, ҡырғыҙ һәм башҡа милли үҙәктәрҙең ансамблдәре, шулай уҡ башҡорт-татар мәҙәни үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Ростовтағы һабантуйҙа Башҡортостан исеменән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт-берләшмәһендә ҡатнашыусылар: Рим Асҡаров, Дамира Амангилдина, Динар Абдуллин, Гүзәлиә Йәнғазина сығыш яһанаы. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең ижади төркөмө етәксеһе — Эльвира Ғәлиәкбәрова.
Байрам ҡунаҡтары өсөн традицион конкурстар һәм бәйгеләр, шул иҫәптән көрәш буйынса ярыштар ойошторолдо.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда Рәсәй төбәктәрендә — башҡорт һәм татар халҡы күпләп йәшәгән урындарҙа һабантуй уҙғарыу графигы раҫланған.
http://www.bashinform.ru/news/1158359-v-rostove-na-donu-proshel-traditsionnyy-sabantuy/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика