08:00 (UTC+5), 16 Мая 2018

Башҡортостанда йәшәүселәр мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуға ялыу бирә ала

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.18-25 майҙа Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре өсөн «ҡыҙыу элемтә» ойоштора. Республика халҡына мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу һорауҙары буйынса консультация бирәләр. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсәләрҙең балаларҙың ойошторолған туҡланыу сифаты һәм хәүефһеҙлеге буйынса тәҡдимдәре һәм теләктәре яңы уҡыу йылы планын булдырғанда иҫәпкә алына.
«Ҡыҙыу элемтә» телефоны: 8 800 700 90 30.
Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем ҡабул ителә. Тәнәфес – сәғәт 12-нән 1 тула 15 минутҡа тиклем. Шул уҡ көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәте идаралығының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә лә (Рихард Зорге урамы, 58, 104-се бүлмә) консультация алырға мөмкин. Ҡабул итеү бүлмәһе көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 4-кә тиклем эшләй.
Шулай уҡ Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса консультация үҙәге «ҡыҙыу элемтә» ойоштора. Телефон: 8 (347) 287 85 18. Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 10-сы яртынан 5-кә тиклем ҡабул ителә, төшкө аш ваҡыты сәғәт 1-ҙән 2-се яртыға хәтлем.
http://www.bashinform.ru/news/1158328-zhiteli-bashkirii-smogut-pozhalovatsya-na-pitanie-v-shkolakh-i-detsadakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика