04:40 (UTC+5), 15 Май 2018

Студенттар һәм магистранттар араһында Башҡортостан Башлығы стипендияһын, шулай уҡ исемле стипендия алыуға конкурс иғлан ителгән

Ләйлә Аралбаева
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.2018/2019 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипедияһын тәғәйенләү өсөн йыл һайын уҙғарылған конкурс башланды.
Унда магистранттар, өсөнсө уҡыу йылынан юғары белем биреү ойошмалары студенттары һәм бакалаврҙар, икенсе уҡыу йылынан аспиранттар ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыу тураһында тулыраҡ һылтанма буйынса белергә була.
Бынан тыш, Мостай Кәрим исемендәге стипендияға конкурс иғлан ителгән. Стипендиат исеменә Башҡорт дәүләт университетындағы филология факультетының көндөҙгө бүлегендә уҡыусы, әҙәби ижадта үҙенсәлекле ҡаҙаныштары һәм уҡыуҙа бик һәйбәт уңыштары булған, ғилми-тикшеренеү һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан 3-5 курс студенттары һәм магистранттар дәғүә итә ала. Конкурста ҡатнашыу шарттары менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Тағы ла бер конкурс – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға дәғүә итеү. Унда юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыусы бакалаврҙар һәм 3-5 курс студенттары, магистранттар ҡатнаша ала.
Тулыраҡ бында.
http://www.bashinform.ru/news/1157179-sredi-studentov-i-magistrantov-obyavlen-konkurs-na-poluchenie-stipendiy-glavy-bashkortostana-a-takzh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика