08:20 (UTC+5), 15 Мая 2018

Республикала БДИ – 2018: имтиханда ҡатнашыусылар ниндәй фәндәргә өҫтөнлөк биргән?

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 15май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.Ике аҙнанан, 28 майҙа Рәсәй берҙәм дәүләт имтиханының төп этабы башлана. «Башинформ» хәҙер Башҡортостанда БДИ-ла ҡатнашыусылар араһында ниндәй фәндәрҙең ихтыяжлы булыуын асыҡланы.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 11 класс уҡыусылары сығарылыш һынауҙарын һайлағанда профилле математикаға (12,5 меңдән ашыу ғариза), йәмғиәтте өйрәнеүгә (һигеҙ мең самаһы ғариза) һәм физикаға (алты мең самаһы ғариза) өҫтөнлөк бирә.
Артабан биология (дүрт меңдән ашыу ғариза), химия (дүрт меңгә яҡын), информатика (өс мең), тарих (өс мең самаһы) килә.
Мотлаҡ фәндәрҙе – рус телен һәм төп математиканы – 18 меңләп ҡатнашыусы яҙа.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл 112 имтихан үткәреү пункты эшләй: 98-е – мәктәптәрҙә, туғыҙы өйҙә – инвалид балалар өсөн, өсәүһе – колония биләмәһендә. Бөтә аудиториялар видеокүҙәтеү саралары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, йәмәғәт күҙәтеүселәре билдәләнгән тәртип үтәлешен контролдә тота.
http://www.bashinform.ru/news/1157750-ege-2018-v-bashkirii-kakim-shkolnym-predmetam-otdali-predpochtenie-uchastniki-ekzamena/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика