12:31 (UTC+5), 15 Мая 2018

Быйма кейеп Урал тауҙары аша Сочиға: республикала хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙәр табылған

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 13 майҙа юғалған үҫмерҙәр иҫән-һау. «Башинформ» агентлығына үҫмерҙең атаһы хәбәр итеүенсә, улар Учалы яғында табылған.
Уның һүҙҙәренсә, балалар, өйҙән палатка, рюкзак, балта, мылтыҡ, бысаҡ һәм хатта быйма алып, Урал тауҙары аша Сочи ҡалаһына барып етергә уйлаған. Улар урманды үткәс, дача ҡасабаһына килеп сыҡҡан, унда илап бөткән һәм арыған малайҙар бер кешенән мобиль телефон һорап алып, әсәләренә шылтыратҡан. Уяу гражданин тәртип һаҡсыларын саҡырған.
Хәҙер үҫмерҙәр полиция бүлегендә. Уларҙың туғандары ла шунда килгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, үҫмерҙәр уҙған йәкшәмбелә дача биләмәһенән юғалғайны. Улар паспорттарын, телефондарын өйҙә ҡалдырған, үҙҙәре менән туристар өсөн кәрәк-яраҡ ҡына алған. Балаларҙы эҙләүгә полицейскийҙар һәи ирекмәндәр йәлеп ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1158062-v-valenkakh-cherez-uralskie-gory-v-sochi-v-bashkirii-nashlis-propavshie-bez-vesti-druzya-podrostki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика