13:01 (UTC+5), 15 Мая 2018

Бөгөн ҡояш байыу менән мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башлана

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары ай календарының иң мөһим һәм изге айы – Рамаҙанды ҡаршылай.
Башҡортостан мәсеттәрендә тәүге күмәк намаҙҙар – тәрәүих намаҙҙары башлана. Улар изге айҙа ғына уҡыла. Рамаҙан айында ураҙа тотола: хаҡ мосолмандар көн яҡтыһында ашау-эсеүҙән, енси мөнәсәбәттәрҙән баш тарта. Ураҙа бер Аллаһҡа ышаныу, намаҙ, зәҡәт түләү һәм Мәккәгә хаж ҡылыу менән бер рәттән исламдың биш ҡанунының береһе булып тора. Һау-сәләмәт һәм бәлиғ булған һәр мосолман ураҙа тоторға тейеш. Был балаларға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм юлсыларға ҡағылмай. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫеш, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. 
«Аллаһы Тәғәлә беҙҙе түҙемле, шәфҡәтле булырға өйрәткән Рамаҙан айы башлана. Ураҙа – Хоҙайҙың бәрәкәте ул, диндарҙар ҙур рухи көс ала, күңеленең иң яҡшы сифаттарын асып, изгелек ҡыла», — тиелә Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың мөрәжәғәтендә.
«Аллаһтың әжер-сауаптарына өмөт бағлап, Рамаҙан айында ураҙа тотҡан кешенең бөтә гонаһтары ғәфү ителер», – тиелә хәҙистә.
Рамаҙан айының һуңғы 10 көнөндә, 27-се төндә Ҡәҙер кисе башлана – быйыл ул 11 июнгә тура килә.
Шулай уҡ мосолмандар был айҙа изге эштәр ҡылырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, Ҡөрьән уҡырға, Аллаһы Тәғәләне телгә алырға, ҡунаҡ саҡырырға, иманлы кешеләр менән осрашырға тейеш. Һәр мосолман фәҡирҙәр һәм мохтаждар файҙаһына фытыр саҙаҡаһы таратырға бурыслы. Һаулығы насар булып, ураҙа тота алмағандар фидиә бирә. Республикала йәшәүселәр өсөн Башҡортостандың Үҙәк диниә назараты хәйер-саҙаҡа күләмен билдәләне.
Рамаҙан 15 июндә Ураҙа байрамы менән тамамлана. Был көн Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ял көнө тип иғлан ителгән. 
http://www.bashinform.ru/news/1157718-segodnya-s-zakhodom-solntsa-nastupit-svyashchennyy-dlya-musulman-mesyats-ramazan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика