05:40 (UTC+5), 14 Мая 2018

Башҡортостандың көньяғында сик стелаһын ҡуйҙылар

Полина Полежанкина
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республиканың Ейәнсура районында Ҡужанаҡ ауылы янында Башҡортостандың сикке көньяҡ нөктәһен билдәләүсе стеланы асыу тантанаһы уҙҙы.
Митингта Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Камил Йыһаншин, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе республиканың Яңауыл, Баҡалы, Ейәнсура һәм Учалы райондарында иҫтәлекле сик бағаналарын ҡуйыу ойошторҙо. Алдан Яңауыл районының Байсар ауылы янында иҫтәлекле стела асылды. Республиканың көнбайыш нөктәһе – Баҡалы районының Ивановка ауылы эргәһендә, көнсығышы – Учалы районы Устинов тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышыраҡ билдәләнде.
Картаға төшөрөлгән республиканың сикке географик нөктәләре хәҙер стела формаһында шул ерҙә биләмәнең бренды буласаҡ һәм уны күҙ алдына килтереү мөмкинлеге бирәсәк, тип иҫәпләйҙәр бүлексәлә. Проектты ойоштороусылар был күрһәткестәр туристарға – урында, киңлектә юл табырға, ә мәктәп уҡыусыларына Башҡортостандың географияһын яҡшыраҡ өйрәнергә ярҙам итер тип ышана.
http://www.bashinform.ru/news/1156651-v-samoy-yuzhnoy-tochke-bashkirii-ustanovili-pogranichnuyu-stelu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика