Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2018, 15:27

Башҡортостанда йәшәүселәр «Көт мине» тапшырыуы аша 60 йыл самаһы элек юғалған һеңлеһен эҙләй

видеонан скриншот
видеонан скриншот
«1961 йылдың 17 июлендә балалар еләккә китте, — тип иҫенә төшөрә Әнисә Ҡарағолова (Аҫылғужина). — Улар араһында һеңлебеҙ ҙә бар ине. Ҡайтып килгәндә балалар араһында бәхәс сыға. Әлифәнең еләктәре түгелә һәм ул уларҙы йыя башлай. Ҡалғандар, уны яңғыҙын ҡалдырып, артабан китә. Тәүҙә ҡыҙҙар, баланы урманда ҡалдырғандары өсөн ҡурҡып, бер нәмә лә әйтмәй».
«Балалар урмандан ҡайтҡас, һеңлемдең улар араһында булмауын күрҙем, — тип һөйләне ҡыҙыҡайҙың ағаһы Фәйзрахман. — Әлифә урманда тороп ҡалды, тине ҡыҙҙар. Мин шунда уҡ урманға йүгерҙем. Ялан-ҡырҙар буйлап эҙләнем, ҡысҡырҙым, саҡырҙым. Төн еткәс, өйгә ҡайттым һәм ата-әсәйемә ошо хаҡта әйттем. Икенсе көндө бөтә ауыл халҡы ҡушылды, өс көн буйына эҙләнек. Көслө ямғыр башланғас, эҙләүҙе туҡтаттыҡ. Һуңынан милицияны һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙе йәлеп иттек. Әлифә юғалған урмандағы һәр урынды тикшереп сыҡтыҡ. Ләкин ул һыуға төшкәндәй ғәйеп булды».   
Әгәр ҡыҙыҡай һәләк булһа, уның кейем-һалымы, һөлдәһе табылыр ине. Ҡыҙыҡайҙың юғалыуы тураһында төрлө фараздар бар. Ағаһы Фәйзрахман Аҫылғужин уларҙың береһе хаҡында бәйән итте:
«1995 йылда оло йәштәге ауылдашым үҙенең был хәлгә ҡыҫылышы булыуы тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡыҙыҡайҙы таксаторҙар, урман биләмәһен баһалау белгестәре начальнигы алып киткән. Йәнәһе лә уның үҙенең балалары булмаған һәм шуға күрә ул ошондай аҙымға барған. Ҡатыны менән йәшәгән таксаторҙарҙың береһе ҡыҙыҡайҙы урманда табып алған һәм уны өйөнә алып ҡайтҡан, тип һөйләне ир. Ҡатыны шунда уҡ уны икенсе ергә алып киткән. Ирҙең исеме — Ишбаев Саях. Унан был хәл тураһында бер кемгә һөйләмәүен үтенгәндәр. Бының өсөн уға ваҡыты-ваҡыты менән аҡса һәм бүләктәр ебәреп торғандар. Әлифә Санкт-Петербургта йәки Ленинград өлкәһендә йәшәй, тигәйне шул кеше. 19 йәшендә кейәүгә сыҡҡан. Уның балаһы бар».
«Әсәйем үлгәнсе ҡыҙы өсөн ҡайғырҙы, — тип һөйләй Әнисә Ҡарағолова. — Үҙенә урын таба алмай торғайны. Шул арҡала һаулығы ҡаҡшаны. 61 йәшендә вафат булды. Хәҙер һәр беребеҙҙең үҙ ғаиләһе бар. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, беҙ һеңлебеҙҙе иҫкә алыу өсөн йыл һайын Үрге Нөгөшкә йыйылабыҙ».
Әлифәнең туғандары һаман да уны табыуға өмөттәрен өҙмәй.
«Миңә 14 йәш булғанда, — тип һөйләй Фәйзрахмандың ҡыҙы Гөлдәр, — Өләсәйем былай тигәйне: «Һин бик әүҙемһең һәм мин үлгәс, тап һин минең ҡыҙымды, апайыңды табырһың тип ышанам. Мин быға ышанам, шуға һиңә көмөш алҡамды бүләм итәм. Әлифә табылһа, ул уларҙы иҫенә төшөрөр, бәлки. Апайым Әлифәне йәки ошо тарихты белгән кешеләрҙе «Көт мине» тапшырыуына мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайым, — ти Гөлдәр . — Беҙ уның менән осрашыуға өмөтләнәбеҙ».
Әгәр һеҙ ҡасан да булһа ошо ҡыҙыҡайҙы күрһәгеҙ йәки уның хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәт белһәгеҙ, https://poisk.vid.ru/ сайтында хәбәр ҡалдыра йәки +7(499) 391-98-88 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ. 
http://www.bashinform.ru/news/1156686-zhiteli-bashkirii-s-pomoshchyu-peredachi-zhdi-menya-razyskivayut-svoyu-sestru-propavshuyu-pochti-60-/
           
Читайте нас: