Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2018, 10:00

«Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте форумы ғаризалар ҡабул итә

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Баймаҡ районында «Аҫылташ» башҡорт мәҙәниәте республика форумы үтә. Сара 5-8 июлдә Граф күле буйында уҙа.
Рәсми рәүештә теркәү башланған, ул 25 июнгә тиклем бара. Форумда республиканан һәм сиктәш төбәктәрҙән 18-30 йәштәрҙәге йәш кешеләр ҡатнаша ала.
Башҡортостан Республикаһының Йәштәр гвардияһы, Башҡортостан Республикаһының Йәш яҡташтар ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡ социаль яҡлау министрлығы форумдың ойоштороусылары булып сығыш яһай.
http://www.bashinform.ru/news/1156602-forum-bashkirskoy-kultury-asyltash-prinimaet-zayavki/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: