Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2018, 13:00

Республикала йәшәүселәрҙе «Йәнбикә – тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы» һүрәттәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе башҡорт халҡының билдәле «Урал батыр» эпосында телгә алынған тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы Йәнбикәнең ниндәй булғанлығы тураһында уйланырға саҡыралар. Йәнбикә һәм уның ире Йәнбирҙе — Урал менән Шүлгәндең ата-әсәһе. Риүәйәткә ярашлы, улар боронғо замандарҙа Уралда йәшәгән башҡорттарҙың ата-бабалары тип һанала.
«Конкурстың идеяһы күптән тыуғайны, — тип һөйләне журналистарға матбуғат конференцияһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Гәүһәр Батталова. — Республикала йәшәүселәрҙең тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙын ниндәйерәк итеп күҙ алдына килтереүҙәрен белгебеҙ килә. Ул ҡайҙа һәм нисек йәшәгән, нимә менән туҡланған, ниндәй ҡоралдары булған. Был һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Ошо конкурс менән беҙ ватандаштарыбыҙҙың иғтибарын башҡорт халҡының тарихи үткәненә йәлеп итергә, шулай уҡ йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың статусын күтәрергә һәм «Урал батыр» эпосы миҫалында матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын популярлаштырырға теләйбеҙ. Конкурс өсөн махсус логотип төшөрөлдө, ул тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтен һәм ҡатын-ҡыҙҙың ижади башланғысын һүрәтләй».
«Йәнбикә – тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы» һүрәттәр конкурсында белем биреү учреждениелары, художество мәктәптәре уҡыусылары, һәүәҫкәр рәссамдар, шулай уҡ профессионалдар ҙа ҡатнаша ала. Төрлө материалда башҡарылған эштәр 10 майҙан 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56, Халыҡтар дуҫлығы йорто, методик бүлмә. Белешмә өсөн телефон: 272-55-01.
Эштәрҙе республиканың танылған рәссамдары, художество мәктәбе уҡытыусылары баһалай. Конкурс еңеүселәре 7 декабрҙә иғлан ителә, уларҙы йыл аҙағында бүләкләү ҡаралған. Иң яҡшы конкурс эштәре күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1155777-zhiteley-respubliki-priglashayut-prinyat-uchastie-v-konkurse-risunkov-y-nbik-pervaya-bashkirskaya-zh/
Читайте нас: