06:25 (UTC+5), 11 Май 2018

Өфөнөң Дим районында социаль инфраструктураны үҫтерәләр

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул иткән саҡта Өфөнөң Дим районында йәшәүсе Юлиә Зиязева һәм Лилиә Рамаҙанова уға Баланов – Яңы Александровка ҡасабаһында балалар баҡсаһы төҙөүгә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
- Биҫтәне үҫтереү проекты менән ике балалар баҡсаһы һәм мәктәп һалыу ҡаралған, әммә улар әле һаман төҙөлмәгән. Балалар баҡсаһына сират 500 кешенән артһа ла, – тип аңлатты йәш әсәләр. – Ә Димдә балалар баҡсалары һәм мәктәптәр тулы һәм беҙҙең балаларҙы ҡабул итә алмай. Мәғариф учреждениеларына барып етеү бик ҡыйын, айырыуса иртәле-кис транспорт күп йөрөгән саҡта.
Бынан тыш, ҡасаба биләмәһен төҙөкләндереү – юлдар, тротуарҙар төҙөү мәсьәләһе лә киҫкен тора.
Дим районы башлығы Сергей Плотников менән телефон аша әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов ҡасабаның социаль инфраструктура объекттарына ихтыяжды анализларға һәм уларҙы проектлауға тотонорға ҡушты. Республика Хөкүмәтенә һәм Өфө хакимиәтенә тейешле күрһәтмәләр бирелде.
http://www.bashinform.ru/news/1155866-v-demskom-rayone-ufy-budut-razvivat-sotsialnuyu-infrastrukturu/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика