08:39 (UTC+5), 11 Мая 2018

Башҡортостанда 745 кеше талпандарҙан зыян күргән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Альмира Давлетбаева/. 10 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 745 кеше талпандан зыян күреп, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Был уҙған йылға ҡарағанда 1,3 тапҡырға аҙыраҡ (2017 йылда – 1003 осраҡ). Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары асыҡланмаған.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә 1,387 мең гектар парк һәм урман талпандарҙан эшкәртелгән, ошо майҙандың 187 гектары Өфөгә тура килә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 3,8 мең гектар майҙанды акарицидлы эшкәртеү күҙаллана.
Талпан ҡорбаны булмаҫ өсөн нимә эшләргә - ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ. Талпанды тикшереү өсөн лабораториялар исемлеге һылтанма буйынса.
http://www.bashinform.ru/news/1155978-v-bashkirii-ot-ukusov-kleshchey-postradali-745-chelovek/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика