15:38 (UTC+5), 11 Май 2018

Баш ҡалала «Хәсәниә» мәҙрәсәһе мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән

vk.com
vk.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфөләге Өсөнсө йәмиғ мәсете эргәһендәге «Хәсәниә» мәҙрәсәһе мәҙәни мираҫ объекттарының бәрҙәм дәүләт реестрына индерелгән. Тейешле бойороҡ республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында баҫылған.
Таҡта ярыу урамы, 34 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы кирбес бина уҙған быуат башында мосолмандар аҡсаһына төҙөлгән, элек ул асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән. «Архзащита Уфы» хәрәкәте әүҙемселәре һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкилдәре иҫке бинаны һаҡлап ҡалыуға ҡарата шик белдергәйне – эргәлә генә «Иҫке үҙәк» торлаҡ комплексы төҙөлә.
Документҡа ярашлы, мәҙрәсә биләмәһендә капиталь төҙөлөш алып барыу, шулай уҡ объекттың бөтөнлөгөн боҙған һәм уға емерелеү йәки юҡҡа сығарыу хәүефе тыуҙырған эшмәкәрлек тыйыла.
http://www.bashinform.ru/news/1155954-zdanie-medrese-khasaniya-v-ufe-vklyuchili-v-reestr-obektov-kulturnogo-naslediya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика