11:07 (UTC+5), 10 Мая 2018

Республиканың баш ҡалаһында ҡотҡарыусылар «морж»ды һыуҙан тартып сығарған

Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 10 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Дуҫлыҡ монументы янындағы һыу-ҡотҡарыу станцияһында дежурҙа торған ҡотҡарыусылар Ағиҙел йылғаһы уртаһында йөҙөп йөрөгән кешене күреп ҡалған. Улар тиҙ генә уның эргәһенә килеп етеп, һыуҙан тартып сығарған һәм бортҡа күтәргән.
Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, егет ҡышҡы йөҙөү менән күптән түгел генә шөғөлләнә башлаған. Бөгөн ул сираттағы тапҡыр үҙенең организмын ныҡлыҡҡа һынап ҡарамаҡсы булған.
«Ләкин 25 йәшлек егет һалҡын тейҙереүҙән тыш, уға ташҡын ваҡытында бер нисә тапҡырға көсәйгән йылға ағымының хәүеф менән янауын иҫәпкә алмаған. Әгәр уны ваҡытында күреп ҡалып, ярҙамға ашыҡҡан ҡотҡарыусылар булмаһа, һыу үҙенең фажиғәле статистикаһын тулыландырыр ине», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
«Морж»ға медицина ярҙамы талап ителмәгән. Ҡотҡарыусылар уға сәй эсергән һәм яр буйында ҡалған әйберҙәре янына илтеп ҡуйған.
http://www.bashinform.ru/news/1155574-v-ufe-spasateli-dostali-iz-reki-morzha-novichka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика