07:20 (UTC+5), 10 Мая 2018

Өфө ҡулға таянып кәүҙәне ерҙән күтәреү буйынса «Еңеү рекорды» ҡуйҙы

Ленин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Еңеү көнөндә өфөләр ҡулға таянып ерҙән кәүҙәне күтәреү буйынса «Еңеү рекорды» ҡуйҙы. Йыл һайын 9 майҙа бөтөн илдә барған спорт-патриотик акцияһының шарттары буйынса, ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу көнөнән үткән тыныс көндәр иҫәбе буйынса ҡулға таянып кәүҙәне ерҙән күтәрергә тейеш. Быйыл акция Затондағы «Тулҡын» скверы алдында үтте.
«Еңеү рекорды» күнекмәләрҙән башланды, уны фитнес-клуб хеҙмәткәрҙәре эшләргә ярҙам итте. Унан һуң, команда буйынса, өфөләр ҡулға таянып кәүҙәне ерҙән күтәрә башланы. Ленин районы хакимиәтендә һөйләүҙәренсә, ҡала халҡы абсолют рекорд ҡуйҙы – «тейешле» 26 663 урынына 27 920 тапҡыр күнекмә эшләне.
http://www.bashinform.ru/news/1155268-v-ufe-ustanovili-rekord-pobedy-po-otzhimaniyam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика