09:10 (UTC+5), 10 Мая 2018

Башҡортостандан күпме кешенең сит төбәктәргә күсенеп китеүе билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ағымдағы йылдың тәүге өс айында Башҡортостандан 10,8 мең кеше республиканан күсенеп киткән. 9,1 мең кеше элекке йәшәү урынын Башҡортостанға алмаштырған. Тағы ла 19 меңдән ашыуы республика эсендә күсенгән, тип хәбәр иттеләр Башстаттан.
Быйылғы ғинуар-март йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда халыҡтың дөйөм миграция иҫәбенә кәмеүе 1 747 кеше тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек был күрһәткес 1 653 кеше булған.
Статистиктар мәғлүмәтенә ярашлы, йыл башынан дүрт муниципаль районда һәм биш ҡала округында: Өфөлә, Күмертауҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм Сибайҙа миграция үҫеше күҙәтелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда төбәктә халыҡ миграция иҫәбенә 2 607 кешегә кәмегән. 2016 йылда иһә 7 390 кешегә.
http://www.bashinform.ru/news/1155020-stalo-izvestno-skolko-zhiteley-bashkirii-pereekhali-v-drugie-regiony/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика