Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2018, 09:15

Өфөлә йылытыу миҙгеленең ҡасан тамамланыуы билдәле булды

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфөнөң Совет районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә йылытыу миҙгеле яҡын ваҡытта тамамлана.
Норматив буйынса, уртаса тәүлек температураһы биш көн дауамында +8 градустан артһа йылы биреү туҡтатыла. Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә һылтанып, торлаҡ хеҙмәттәре кесе йома уҡ, 10 майҙа, йылытыуҙы туҡтатырға әҙерләнә.
Фараздар буйынса, 8 һәм 9 майҙа баш ҡалала йәйгесә йылы була - +18..+19 градус, төндә термометр бағанаһы +3..+6 билдәһенә төшә.
http://www.bashinform.ru/news/1154479-stalo-izvestno-kogda-v-ufe-zavershitsya-otopitelnyy-sezon/
Автор:Дарья Петрова
Читайте нас: