12:00 (UTC+5), 08 Май 2018

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Аньхой провинцияһы телевидениеһы аҙналығы башланыуы тураһында иғлан ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 8 майҙа Өфөлә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Аньхой провинцияһынан рәсми делегация, Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге һәм «Башҡортостан» медиахолдингы тантаналы рәүештә 14 майҙа «Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Аньхой провинцияһы телевидениеһы аҙналығы» башланыуы тураһында иғлан итте.
Яҡтар мәғлүмәт менән алмашыу буйынса өс яҡлы килешеүгә уҙған йылдың июнендә үк ҡул ҡуйғайны. Башҡортостан юлдаш телеканалында провинцияла әҙерләнгән тапшырыуҙар 2017 йылдың декабренән эфирға сыға, ә үткән айҙа Ҡытай телевидениеһында «Шүлгәнташ» фильмының премьераһы булды.
«Иҡтисад, социаль өлкәләрҙә Башҡортостан Республикаһы менән Аньхой провинцияһы араһында мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү шарттарында киң мәғлүмәт саралары күп яҡлы хеҙмәттәшлек юлында оҙатыусыға әүерелә, — тине осрашыуҙа вице-премьер – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. — Бөгөн «Республика Башкортостан» һәм «Провинция Аньхой» гәзиттәре килешеү төҙөнө, ул ай һайын төбәктәрҙең мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, туристик ҡеүәте тураһында мәғлүмәт менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Тиҙҙән мәғлүмәт агентлыҡтары һәм китап нәшриәттәре араһында ошондай килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана».
«Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Аньхой провинцияһы телевидениеһы аҙналығы» барышында Башҡортостан халҡы «Аньхой провинцияһында электрон коммерцияны үҫтереү тарихы», «Юғары тиҙлекле поезда Аньхой провинцияһы менән танышыу», «Мөһабәт Хуаншань тауҙары» һәм башҡа документаль фильмдар аша Ҡытайҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ таныша ала. Әле «Наука 102» тапшырыуын ҡытай теленә тәржемәләү буйынса эш алып барыла».
«Беҙҙең медиахолдинг тәүгеләрҙән булып тап мәғлүмәти хеҙмәттәшлек өлкәһендә ошондай килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы, – тине «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов. — Коллегаларыбыҙ ҙа беҙҙән өлгө ала башланы».
Белешмә. Аньхой провинцияһы Ҡытайҙың урта көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, уның майҙаны— 140 мең квадрат километр, халҡы — 70 миллион кеше. Административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы — Хэфэй. Төбәктең өҫтөнлөклө иҡтисади өлкәләре — ауыл хужалығы, машиналар эшләү, технологиялар. Шулай уҡ Аньхой — Ҡытайҙың популяр туристик йүнәлештәренең береһе.
http://www.bashinform.ru/news/1154808-na-bashkirskom-sputnikovom-televidenii-obyavili-o-starte-nedeli-televideniya-provintsii-ankhoy/
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика