10:21 (UTC+5), 08 Мая 2018

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты Рамаҙан айында мосолмандар өсөн ураҙа тотоу көндәрен һәм саҙаҡа күләмен атаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ураҙа тотоу көндәрен, шулай уҡ фытыр саҙаҡа (мосолман Рамаҙан айында Ураҙа байрамына тиклем түләргә тейеш), фидиә (әгәр мосолман һаулыҡ торошо буйынса ураҙа тота алмаған икән) һәм нисәб (зәҡәт мөлкәт күләменән сығып иҫәпләнә) күләмен билдәләне. Тейешле фәтвәгә Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин ҡул ҡуйған.
Фәтвәгә ярашлы, быйыл Рамаҙандың тәүге көнө 16 майға тура килә. Ураҙа байрамы 15 июндә билдәләнә.
Йәшәү кимәле түбән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы — 50 һум, урта хәллеләр өсөн — 150 һум, хәллеләр өсөн 300 һум тәшкил итә.
Ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн фидиә саҙаҡаһы 180 һумға тиң, был сумма төбәктәге төп аҙыҡ-түлек хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Ошо аҡса өлкән кешене бер көн туҡландырыуға етергә тейеш. Ураҙа тота алмаған осраҡта диндар айына 5400 һум бирә.
Республикала нисәб 224 000 һум күләмендә билдәләнгән. Унан зәҡәт 5600 һум (2,5%) килеп сыға. Әгәр диндарҙың ундай аҡсаһы булмаһа, ул зәҡәт түләмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1154558-dum-bashkirii-nazval-daty-posta-i-summy-pozhertvovaniy-dlya-musulman-v-mesyats-ramazan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика