10:13 (UTC+5), 07 Май 2018

Яҡташыбыҙ Эльвина Ғәзизуллина Рәсәйҙең спортсы студенты тип танылды

социаль селтәрҙәр, «Bashkirian Beauty» студияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Рәсәй студенты-2018» Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙ исеменән сығыш яһаған Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Эльвина Ғәзизуллина «Спортсы студент» номинацияһында иң яҡшыһы булды.
Конкурс Новосибирскиҙа үтте. Тажға илдең 7 төбәгенән 10 ҡыҙ дәғүә итте. Өс еңеүсе исемлегенә Елизавета Докучиц (Иркутск), Ангелина Квитченко (Томск), Анастасия Вереникина (Тобольск) инде.
Эльвина — Бишбүләк районы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында өсөнсө курста уҡый. Ҡыҙ тик «яҡшы» билдәләренә генә өлгәшә, биатлон менән мауыға. «Һылыуҡай-2018» республика гүзәллек конкурсында Эльвина өсөнсө урынды алды. Бынан алдағы йылдарҙа «Рәсәй студенты» Бөтә Рәсәй конкурсында Гран-приға Өфө ҡыҙҙары лайыҡ булғайны: 2016 йылда Ләйсән Ғәсимова, былтыр иһә Алһыу Мәүлиханова.
http://www.bashinform.ru/news/1153969-elvina-gazizullina-iz-bashkirii-priznana-samoy-sportivnoy-studentkoy-rossii/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика