Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май 2018, 13:00

Техник тикшереүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 4 майҙан автомобилдәрҙе техник тикшереүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнө инде. Быға апрель аҙағында ҡабаттан Рәсәй Президенты итеп һайланған Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, хәҙер операторҙар төҙөк һәм етешһеҙлектәре булған транспорт саралары хужаларына диагностика карталарын бирергә бурыслы. Мөһим шарт — документта етешһеҙлек күрһәтелергә тейеш.
«Әгәр транспорт сараһы мотлаҡ хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәһә, операторҙар уны файҙаланыу мөмкинлеге тураһында һығымта биргән өсөн яуаплылыҡ тота», — тип яҙа «Известия».
Шулай уҡ яңы законда техник тикшереү өсөн хаҡ күләме яҙылған: һәр төбәк уны үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы.
http://www.bashinform.ru/news/1153809-vstupili-v-silu-novye-pravila-tekhosmotra-razyasneniya/
Читайте нас: