11:30 (UTC+5), 07 Май 2018

Башҡортостанда 44 мең ветеранға Владимир Путиндан ҡотлау хаты таратыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 9 майға тиклем Башҡортостанда Рәсәй почтаһы һуғыш ветерандарына һәм тыл эшсәндәренә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 73 йыл тулыу уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндан 44 мең ҡотлау хаты тарата. Шуларҙың 1 709-ы — инвалидтар һәм һуғыш ветерандары, 41 294 — тыл эшсәне, шулай уҡ концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған әсирҙәре һәм «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгәндәр.
Конверттарҙа күрһәтелгән адрестар буйынса ветерандар булмаған осраҡта, байрам көндәрендә уларға тәғәйенләнгән ҡотлау хаттары почта бүлексәләрендә һаҡлана, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Майҙа республикала 484 оҙон ғүмерле кеше Владимир Владимировичтан ҡотлау хаттары ала. Мәҫәлән, Баҡалы, Көйөргәҙе райондары, Благовещен, Салауат һәм Туймазы ҡалаларында йәшәгән биш ветеран бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Тағы 55 кешегә 95 йәш тула, 424 кеше 90 йәшенә аяҡ баҫа.
Башҡортостанда йәшәгән биш Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 9 майҙа бер юлы ике байрамды: Еңеү көнөн һәм ғүмер байрамын билдәләй. Уларҙың иң олоһона Еңеү көнөндә 101 йәш була.
http://www.bashinform.ru/news/1154158-personalnye-pozdravleniya-vladimira-putina-poluchat-44-tysyachi-veteranov-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика