07:40 (UTC+5), 07 Май 2018

Бөгөн Радио көнө билдәләнә

асыҡ сығанаҡ
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 7 майҙа Рәсәйҙә Радио көнө билдәләнә. Нәҡ ошо көндө танылған Рәсәй физигы һәм уйлап сығарыусы Александр Попов мәғлүмәт сигналдары менән ышаныслы алмашыуға яраҡлы уйлап тапҡан донъялағы тәүге сатҡылы сымһыҙ ҡабул итеү-тапшырыу радио системаһы менән таныштыра.
Рәсәйҙә был ваҡиға радиоэлемтәне иҫәпләү башы тип ҡабул ителә. Илдә тәүге даими булмаған радио тапшырыуҙар 1919 йылда – Түбәнге Новгород радиолабораторияһында, ә 1920 йылда – Мәскәүҙә, Ҡазанда һәм башҡа ҡалаларҙағы һынау радио тапшырыу станцияларында алып барыла, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар.
Илдә радио тапшырыуҙың формалашыуына һәм популярлашыуына 1920 йылдарҙағы күмәк радио яратыусылар хәрәкәте булышлыҡ итә. Ул 1922 йылда Мәскәүҙә Коминтерн исемендәге радиостацияны асҡандан һуң үҫешә башлай. Даими тапшырыуҙар 1924 йылдың 23 ноябрендә эфирҙы радиогәзиттең тәүге һанына тапшырғандан һуң сыға башлай.
1970 йылдарҙа илдең бөтөн биләмәһендә радио тапшырыуҙар алып барыла: тапшырыуҙар СССР халыҡтарының 60-тан ашыу телендә һәм башҡа ил халыҡтарының 70 телендә сыға.
Бөгөн һанлы һәм мобиль технологияларҙың мөмкинлектәре әүҙем файҙаланыла һәм тыңлаусыларға үҙенсәлекле форматтар һәм концепциялар тәҡдим ителә, өҫтәүенә, тыңлаусылар хәҙер инде ҡараусыларға һәм уҡыусыларға әйләнә.
Радио – ул радиотелефон һәм радиотелеграф элемтәһе, радио тапшырыу һәм телевидение ғына түгел, ә радиолокация һәм радиоастрономия, радио менән идара итеү һәм Александр Поповтың уйлап сығарған яйланмаһына күрә барлыҡҡа килгән һәм уңышлы үҫешкән бик күп башҡа техника өлкәләре. Был асыш шулай уҡ заманса тормошта күҙ алдына килтергеһеҙ навигация системалары, мобиль элемтә, сымһыҙ мәғлүмәт менән алмашыу селтәрҙәре һәм интернет уйлап табыу өсөн дә нигеҙ булды.
Радионы уйлап табыуҙың биш тиҫтә юбилейына, радионың илдең мәҙәни һәм сәйәси тормошондағы һәм обороналағы ролен иҫәпкә алып, СССР хөкүмәте тейешле ҡарар ҡабул иткәс 1945 йылда Радио көнө йыл һайын билдәләнгән рәсми дәүләт байрамына әйләнә. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы указына ярашлы, 7 май «Радио көнө, бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө» булараҡ байрамдар теҙмәһенә индерелде.
Әлеге ваҡытта ҡануниәт тарафынан оҡшаш байрам ҡаралмаған, әммә уны әле лә радио тапшырыуҙары менән генә түгел, ә тотош элемтә тармағы менән бәйле бөтә хеҙмәткәрҙәр билдәләй.
http://www.bashinform.ru/news/1153924-segodnya-otmechaetsya-den-radio-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика