18:03 (UTC+5), 04 Май 2018

Рөстәм Хәмитов «Һаҡсыл хөкүмәт» проекты буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктә «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе.
– Беҙҙә 14 дәүләт власы органы ошо проектты бойомға ашыра башланы. Тәүге ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар, – тине республика етәксеһе. – Ләкин графиктан ҡалышыу осраҡтары ла теркәлә.
Проект офисы, Башҡортостан башлығының эштәр идарасыһы Ринат Шәғәлин «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын үтәү барышы тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә ойоштороу этабы тамамланған. Проектта ҡатнашҡан барлыҡ дәүләт органдары юл карталарын, уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙың тактик планын раҫлаған. Бөтә кәрәкле материалдар урынлаштырылған берҙәм мәғлүмәт порталы булдырылған. Министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренән, килгән кешеләрҙән мәсьәләләр һәм тәҡдимдәр йыйыу ойошторолған.
– Документтарҙы оҙаҡ ҡарау, граждандарға аңлайышһыҙ, формаль, ҡайһы берҙә уларҙы практикала ҡулланырға мөмкинлек бирмәгән яуаптар – барлыҡ власть органдарына ла тиерлек хас проблемалар, – тип билдәләне Ринат Шәғәлин. – Граждандар дәүләт идараһы һөҙөмтәлелеген тап ошо эш буйынса баһалай.
Был мәсьәләне хәл итеү өсөн власть органдарына ҡағыҙ, электрон төрҙә, шулай уҡ телефон аша килгән мөрәжәғәттәр менән эшләү буйынса берҙәм хеҙмәт булдырырға тәҡдим ителә.
Граждандарға уңайлы булһын өсөн берҙәм телефон номеры индерелә, уның буйынса шылтыратып, мөрәжәғәтте ҡарау барышы йәки ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә буйынса башҡа консультация алырға мөмкин.
Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе» порталында йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар урынлаштырырға тәҡдим ителә. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре базаһын анализлау нигеҙендә республикала йәшәүселәр өсөн аңлайышлы инструкциялар әҙерләү күҙаллана.
Икенсе ярты йыллыҡтан муниципаль кимәлдә лә һаҡсыл етештереү принциптарын индереү буйынса эш ойоштороу ҡаралған. Чиновниктарҙың профессиональ белемен күтәреү өсөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының һөнәри компетенциялар үҙәгендә уҡыу үҙәге асыла.
Рөстәм Хәмитов яңғыраған тәҡдимдәрҙе хупланы. Ултырыш йомғаҡтары буйынса ул министрлыҡтарға һәм ведомстволарға аныҡ йөкләмәләр, уларҙы үтәү ваҡыты яҙылған протоколға ҡул ҡуйҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һаҡсыл хөкүмәт» федераль пилот проекты «Росатом» дәүләт корпорацияһы булышлығында әҙерләнгән. Ул һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы кәметеү нигеҙендә етештереү процестарын оптималләштереүгә, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен булдырыуға һәм башҡарма дәүләт власы органдарында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостандан тыш, проектта Адыгей, Төньяҡ Осетия – Алания, Киров һәм Рязань өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1153477-rustem-khamitov-provyel-zasedanie-koordinatsionnogo-soveta-po-proektu-berezhlivoe-pravitelstvo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика