10:50 (UTC+5), 04 Май 2018

Өфө уҡыусылары математика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары булды

Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфө уҡыусылары математика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары булды, тип хәбәр итә Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Улар – Өфөнөң 153-сө лицейынан 10-сы класс уҡыусыһы Дмитрий Калупаев һәм 11-се класс уҡыусыһы Роман Агуреев.
Йомғаҡлау этабы 23-28 апрелдә Екатеринбургта үтте. Унда Рәсәйҙең 67 төбәгенән 378 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Егеттәргә ике теоретик турҙы үтергә кәрәк ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы бишешәр сәғәт дауам итте. Ҡатнашыусылар алгебра, геометрия, һандар теорияһы һәм комбинаторика буйынса мәсьәләләр систе.
Олимпиада призерҙары һәм еңеүселәре профиль йүнәлеше буйынса имтихандарһыҙ илдең теләһе ҡайһы юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлегенә эйә булды.
http://www.bashinform.ru/news/1153109-shkolniki-iz-ufy-stali-prizerami-vserossiyskoy-olimpiady-po-matematike/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика