16:00 (UTC+5), 03 Мая 2018

Өфө янында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфө янындағы биләмәләрҙә медицина ярҙамын үҫтерә. Тиҙҙән Киров районындағы Чесноковка ҡасабаһында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты өсөн ер участкаһы билдәләнгән дә инде – янғын часы ҡаршыһында урынлашҡан майҙан. Участканы инженер селтәрҙәре менән тәьмин итеү ҡаралған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ил халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны.
«100-ҙән алып 2000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа 2018-2020 йылдар дауамында фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары асылырға тейеш. Ә 100 кешенән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пунттар өсөн тейешле диагностика ҡорамалы менән йыһазландырылған күсмә медицина комплекстары, бөтә ерҙән дә үтә алған автомобилдәр ойошторорға кәрәк», — тине дәүләт башлығы.
Бынан алда «Башинформ» 2018 йылда республика Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан ауыл ерендә медицина ярҙамын үҫтереүгә 105 миллион һум аласағы хаҡында хәбәр иткәйне. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, алдағы йылдарҙа төбәктә бер нисә йөҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1152575-pod-ufoy-postroyat-novyy-fap/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика