Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2018, 10:30

Өфөләрҙе «Еңеү рекорды»н ҡуйырға саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 9 майҙа Өфө йәнә «Еңеү рекорды» халыҡ-ара спорт-патриотик акцияһына ҡушыла, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Ойоштороусыларҙың төп фекере буйынса, акцияла ҡатнашыусылар бер ваҡытта ҡулға таянып иҙәндән (ерҙән) кәүҙәне күтәрә башлай. Уның дөйөм иҫәбе Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыу көнөнән үткән тыныс көндәр һаны буйынса 26 663-кә етергә тейеш.
Ленин районының мәғлүмәт-аналитика бүлегендә һөйләүҙәренсә, быйыл «Еңеү рекорды» акцияһы Затонда «Тулҡын» скверы алдындағы майҙанда үтә. Башлана көндөҙгө сәғәт 1-ҙә.
http://www.bashinform.ru/news/1152584-ufimtsev-priglashayut-ustanovit-rekord-pobedy/
Автор:Дарья Петрова
Читайте нас: