Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2018, 09:02

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһы өсөн ниндәй урамдарҙы ябалар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 9 майҙа Өфөлә йәшәүселәр, колоннаға теҙелеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындары, туғандары йәки таныштарының портреттары менән баш ҡалабыҙҙың төп урамдары буйлап уҙа.
Октябрь проспектында урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә «Үлемһеҙ полк» колоннаһына теҙелеү башлана.
«Дәүләт циркы» ҡала транспорты туҡталышынан Шәфиев урамы киҫелешенә тиклем мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, артабан юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттары, һуңынан ҡалған өфөләр теҙелә», — тип һөйләне акцияны ойоштороусылар.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә, ә 1-се 15 минутта акцияла ҡатнашыусылар Ленин исемендәге майҙан яғына атлай башлай.
Иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Октябрь проспектында СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Шота Руставелиға тиклем транспорт хәрәкәте ябыла.
http://www.bashinform.ru/news/1151349-kakie-ulitsy-perekroyut-v-ufe-dlya-aktsii-bessmertnyy-polk/
Читайте нас: