08:04 (UTC+5), 28 Апрель 2018

«Дуҫлыҡ» шифаханаһы «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 курорты» конкурсы лауреаты булды

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың «Дуҫлыҡ» шифаханаһы сираттағы тапҡыр «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 курорты» конкурсында ҡатнашты. Ил биләмәһендә үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, унда сифатлы хеҙмәт күрһәткән предприятиелар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Ойоштороусыһы — йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүгә махсуслашҡан «Экспертмедиагрупп» бойондороҡһоҙ ойошмаһы (Санкт-Петербург).
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, конкурста илдең курорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәре, шулай уҡ халыҡтың ялын ойоштороу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән төрлө ойоштороу-хоҡуҡи милек формаһындағы курорт учреждениелары ҡатнашты.
Ойоштороусылар сифатлы хеҙмәт күрһәткән учреждениеларҙы асыҡланы. Конкурс йомғаҡтары буйынса, «Дуҫлыҡ» шифаханаһы өс йыл дауамында конкурстың логотибын файҙаланыу хоҡуғын, «Юғары сифатлы курорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн» конкурсы лауреаты дипломын һәм «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 курорты-2018» сертификатын алды.
http://www.bashinform.ru/news/1151479-sanatoriy-duslyk-iz-bashkirii-stal-laureatom-konkursa-100-luchshikh-kurortov-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика