07:00 (UTC+5), 28 Апреля 2018

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы: 28 апрелдә – ҡыҫҡартылған эш көнө

Depositphotos.com
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 28 апрелдә – ҡыҫҡартылған эш көнө, тип хәтергә төшөрә республиканың Хеҙмәт министрлығы.
Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – эшләмәгән байрам көнө.
Хеҙмәткәрҙәр ял һәм эшләмәгән байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн быйыл ял көнө йәкшәмбе 7 ғинуарҙан – шаршамбы 2 майға, шәмбе 28 апрелдән дүшәмбе 30 апрелгә күсерелгән.
28 апрелдә эш оҙайлығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шул рәүешле, байрам көндәре менән бәйле биш көнлөк эш аҙнаһында 29, 30 апрель һәм 1, 2 май байрам көндәре булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1151639-mintrud-bashkirii-28-aprelya-sokrashchennyy-rabochiy-den/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика