06:05 (UTC+5), 28 Апрель 2018

Баш ҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы дөйөм ятаҡ асылды

«Вся Уфа» телеканалы видеоһынан стоп-кадр
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә Октябрь районы муниципаль предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы дөйөм ятаҡ асылды. Ул бейек йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан һәм дөйөм майҙаны 500 квадрат метрҙан ашып китә. Унда бер нисә балалы ғаилә йәшәй ҙә инде.
«Вся Уфа» телеканалы мәғлүмәте буйынса, бина туҡланыу, ванна, душ, санузел бүлмәләре менән йыһазландырылған. Бер кешелек бүлмәләрҙә яңы йорт-йыһаздары: карауат, карауат яны тумбочкаһы, шкаф, өҫтәл, табуретка бар. Хеҙмәткәрҙәрҙе урынлаштырыу өсөн дөйөм алғанда 49 кешегә иҫәпләнгән 14 бүлмә ҡаралған. Балалы ғаиләләр бында айырым йәшәй.
Һуңғы йылдарҙа 100-ҙән ашыу фатир Өфөнөң ҡала хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған. Был тәжрибә үҙенең һөҙөмтәһен күрһәтә – шул рәүешле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүҙең абруйы күтәрелә.
http://www.bashinform.ru/news/1151516-v-stolitse-bashkirii-otkrylos-novoe-obshchezhitie-dlya-rabotnikov-zhkkh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика