10:32 (UTC+5), 27 Апреля 2018

Журналистарҙы «Ғаилә һәм Рәсәй киләсәге-2018» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Федераль, төбәк, муниципаль, корпоратив һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары журналистарын «Ғаилә һәм Рәсәй киләсәге-2018» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.
Конкурста ҡатнашыуға теркәлгән киң мәғлүмәт сараларынан һәм айырым журналистарҙан ғариза-анкеталар ҡабул ителә. Мәҡәләләр киң мәғлүмәт сараларында 2017 йылдың 15 июленән 2018 йылдың 15 июненән тиклем донъя күрергә тейеш (бер ғаризала 10-дан кәм булмаған эш). Эштәрҙе 2018 йылдың 15 июненә тиклем ебәрергә кәрәк.
Дөйөм приз фонды 1 миллион һум тәшкил итә («Святость материнства» Бөтә Рәсәй программаһы бүлә). Туғыҙ федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары финалсылары:
55 000 һум — телевидение, радио, баҫма киң мәғлүмәт саралары номинацияларында беренсе урын өсөн.
40 000 һум — телевидение, радио, баҫма киң мәғлүмәт саралары номинацияларында икенсе урын өсөн.
25 000 һум — телевидение, радио, баҫма киң мәғлүмәт саралары номинацияларында өсөнсө урын өсөн.
Туғыҙ муниципаль һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары финалсыһы:
55 000 һум — телевидение, радио, баҫма киң мәғлүмәт саралары номинацияларында беренсе урын өсөн.
40 000 һум — телевидение, радио, баҫма киң мәғлүмәт саралары номинацияларында икенсе урын өсөн.
25 000 һум — телевидение, радио, баҫма киң мәғлүмәт саралары номинацияларында өсөнсө урын өсөн.
Өс федераль, төбәк, муниципаль һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары финалсыһы:
55 000 һум — интернет-киң мәғлүмәт саралары номинацияһында беренсе урын өсөн.
40 000 һум — интернет-киң мәғлүмәт саралары номинацияһында икенсе урын өсөн.
25 000 һум — интернет-киң мәғлүмәт саралары номинацияһында өсөнсө урын өсөн.
16 финалсыға жюри рәйесенең махсус бүләктәрен тапшырыу ҡаралған. Махсус приз — 10 000 һум.
Конкурсты Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы һәм «Истоки» маҡсатлы капитал фонды булышлығында Андрей Первозванный фонды, «Святость материнства» Бөтә Рәсәй программаһы уҙғара.
http://www.bashinform.ru/news/1151037-zhurnalistov-priglashayut-prinyat-uchastie-vo-vserossiyskom-konkurse-semya-i-budushchee-rossii-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика