07:00 (UTC+5), 27 Апрель 2018

Төбәктә торналар тубын күреп ҡалғандар

БР Экология министрлығы сайты
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Архангел районында Башҡортостандың Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәти булмаған күренешкә шаһит булған: 30-лаған торна, ошо район аша осоп барғанда, ял итергә туҡтаған.
«Улар йәнәштә уҙып киткән машиналарға, улар менән һоҡланырға туҡтаған кешеләргә иғтибар итмәй ҡыр буйлап мөһабәт баҫып йөрөнө», — тип һөйләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Орнитологтар ҡоштарҙың был ерҙә өс-дүрт көн булырын, һуңынан Ҡариҙел районы яғына осорон фараз итә.
Хәҙер торналар көс йыя, сөнки уларға үҙҙәренең оҙон юлын тамамлау һәм тоҡом сығарыу тора. Халыҡ һынамыштары буйынса, уларҙың ҡайтыуы, Башҡортостанда йәшәүселәр күптән көткән, тиҙ арала йылытыуҙы белдерә.
http://www.bashinform.ru/news/1150941-v-bashkirii-zamechena-staya-zhuravley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика