Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 14:24
Синоптиктар Башҡортостанда тәүге йәшендәр һәм көслө ел сығыуын фаразлай
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Шәмбегә ҡарай төндә, 28 апрелдә, Башҡортостандың төньяғында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
«Һауа температураһы төндә +1,+6 градус. Көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе һәм елдең көсәйеүе мөмкин», — тип хәбәр иттеләр Башгидромет белгестәре.
Көндөҙ температура 13-18 , республиканың көньяғында 23 градусҡа тиклем йылы.
Өфөлә шәмбенең ямғырлы булыуы, ләкин ваҡыты-ваҡыты менән ҡояш ҡарауы көтөлә. Төндә һауа температураһы +2, +5, көндөҙ 13-16 градус.
http://www.bashinform.ru/news/1151144-sinoptiki-prognoziruyut-v-bashkirii-pervye-grozy-i-shkvalistyy-veter/
Теги:
һауа торошо
йәшен
Читайте нас: