08:30 (UTC+5), 27 Апреля 2018

Республиканан 100 эҙәрмән Ленинград өлкәһендә эҙләнеү экспедицияһы алып бара

Рәсәй эҙләнеү хәрәкәте
Рәсәй эҙләнеү хәрәкәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Воронов эҙләнеү экспедицияһы» Ленинград өлкәһенең Киров районында ҡаҙыу эштәренә тотондо. Быйыл һәләк булған һалдаттарҙы эҙләүгә Өфөнән, Ишембайҙан, Салауаттан, Мәләүездән, Межгорьенан, Октябрьскийҙан, шулай уҡ Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Бишбүләк райондарынан 100 эҙәрмән килгән.
«Беҙҙеке менән бер ваҡытта өс экспедиция эшләй башланы: Дыуан, Нуриман райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы отрядтары ҡатнашҡан «Волхов фронты», Туймазы һәм Көйөргәҙе райондары эҙәрмәндәре ҡатнашҡан «Кириши» һәм «Сталинград». Бынан тыш, Өфөнән, Стәрлетамаҡтан һәм Туймазы районынан отрядтар Ростов һәм Липецк өлкәләрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындарҙа эҙләнеү эштәре алып бара», — тип һөйләне Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Рәсәй эҙләнеү хәрәкәте» йәмәғәт ойошмаһының республикалағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков.
http://www.bashinform.ru/news/1150737-100-poiskovikov-iz-bashkirii-vedut-poiskovuyu-ekspeditsiyu-v-leningradskoy-oblasti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика