12:24 (UTC+5), 27 Апреля 2018

Өфөлә республиканың туристик бренды менән таныштырҙылар. Ул — TERRA BASHKIRIA

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә республиканың туристик бренды менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Уны Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты заказына ярашлы Paradox box реклама студияһы эшләгән. Был — милли биҙәктең һанлы фрагменты фонында «Terra Bashkiria» логотибы һәм «Евразия йөрәге, Урал күңеле» слоганы.
Брендбук менән идея авторы һәм Paradox box студияһының арт-директоры Илшат Байбурин таныштырҙы. Ул продуктты нисек әҙерләүҙәре — төрлө социаль, йәш, профессиональ төркөмдәрҙә асыҡтан-асыҡ фекер алышыуҙар хаҡында һөйләне.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов продуктҡа баһа бирҙе: «Һөҙөмтә ҡыҙыҡлы. Бәлки, ул бәхәслелер ҙә, ләкин ҡыҙыҡлы. Республика яңы брендҡа эйә була. Беҙгә уның йәшәп китерме-юҡмы, республикала һәм унан ситтә ҡабул итерҙәрме икәнлеген күҙәтергә кәрәк. Әммә шуныһы асыҡ: был бик кәрәкле, мөһим һәм ваҡытлы эш. Туристик потенциал хаҡында күптән һөйләйбеҙ, ләкин ул лайыҡлы үҫтерелмәне. Туристарҙы йәлеп итерҙәй образдар етмәй. Ошо эште башҡарған командаға рәхмәтлемен. Мин ҡырҡа сәйәсиләштерелгән баһаларҙан ситкә китеүҙе һорайым, сөнки республиканы нисек дөрөҫ атау тураһында йыш ҡына бәхәстәр сығып тора. Республика Конституцияһында Башҡортостан тип яҙылған. Быны бер кем дә ғәмәлдән сығармаған. Туристик бренд — исем алмаштырыу түгел, был, һис шикһеҙ, республикабыҙҙы стилләштерелгән, бер аҙ ябайлаштырылған төрҙә таныштырған символ. Уның тирәләй ниндәйҙер полемика барлыҡҡа килеүе мөмкин, ләкин мин сәйәсиләштерелгән баһаларҙан ситкә китеүҙе һорайым. Мәҫәлән, Бөйөк Британия — Англия ғына түгел, илдең исеме тураһында һүҙ барһа ла, бер кем дә үпкәләмәй, ә беҙҙә — туристик бренд тураһында ғына. Бындай миҫалдар байтаҡ. Тағы ла шуныһы мөһим: бренд бик заманса. Баҡтиһәң, айыуҙар, бүреләр, ҡоштар, үлән, ҡояш кәрәкмәй. Быларҙың һәммәһен дә һәр кешегә аңлайышлы һәм асыҡ, ҡыҙыҡлы, матур ысул менән йәшерергә мөмкин. Беҙ киләсәккә ҡарарға, йәштәргә йүнәлеш алырға тейешбеҙ. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, улар ошо брендты бик яҡшы ҡабул иткән. Вазифамдан ситкә китеп, миңә лә, республикала йәшәгән ябай кешегә, бренд оҡшаны, күңелемә ятты. Был пикселдәр, сит телдәге terra һүҙе ятһыныу тыуҙырманы. Боронғо латин телендәге барыһына ла билдәле һүҙ. Әгәр бренд ысынлап та уңышлы булһа, ул тулы тормош менән йәшәп китер, проспекттарҙа, турбазаларҙа һәм шифаханаларҙа ҡулланылыр, уның спорт командаларыбыҙ ҙа файҙаланыр. Брендты ҡулланған өсөн түләргә кәрәкмәй. Ошо образдар аша донъяға күп быуатлыҡ тарихыбыҙҙы хөрмәт итеүебеҙҙе һәм шул уҡ ваҡытта алға ҡарауыбыҙҙы, өмөтлө һәм заманса булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1150934-v-ufe-predstavili-turisticheskiy-brend-respubliki-eto-terra-bashkiria/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика