02:30 (UTC+5), 27 Апреля 2018

Башҡортостанда һәләтле уҡыусыларҙы бүләкләйҙәр

Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кисә Туймазы ҡалаһында тантаналы сара үтте, унда йола буйынса, уҡыу йылын тамамлап, муниципалитеттың иң яҡшы уҡыусыларын бүләкләнеләр. Слетҡа уҡыуҙа, ижадта, спортта, йәмәғәт тормошонда ҙур уңышҡа өлгәшкән 450 уҡыусы йыйылды. Ағымдағы йылда районда республика һәм бөтә Рәсәй олимпиадаларындағы 15 призер һәм еңеүсе, 50 һәләтле бала район хакимиәте башлығы стипендияһын ала. Ике уҡыусы Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Улар – 1-се мәктәп-интернаты уҡыусыһы, республика һәм бөтә Рәсәй музыка конкурстары лауреаты Радмир Ғүмәров һәм 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, самбо буйынса чемпион, дзюдо буйынса Европа чемпионаты еңеүсеһе, самбо һәм дзюдо буйынса Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы Лилиана Сәлимйәнова.
Ижади конкурстарҙа ла юғары еңеүҙәр бар. Атап әйткәндә, Ҡандра ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Арина Аҫылғужина Рәсәй мәктәп музей хәрәкәте активистары араһында бөтә Рәсәй конкурсы финалисы булды. Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе һәм Ҡандра ауылы 2-се мәктәбе уҡыусылары «Медиашкола» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында «мәктәп ТВ/радиоһы» номинацияһында еңде.
Районда уҡыусыларҙың ғилми-тикшеренеү хәрәкәте әүҙем үҫешә. 7-се мәктәптә үткән «Асыш алдында» халыҡ-ара ҡатнашлығындағы конференцияла Туймазы уҡыусылары 240 призлы урын алды, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1150694-v-bashkirii-chestvuyut-odarennykh-shkolnikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика