Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2018, 08:26

Ҡырымда курорт йыйымын индереү киләһе йылдың майына тиклем кисектерелде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Шаршамбы Ҡырымдың Дәүләт Советы төбәктә курорт йыйымын индереүҙе бер йылға кисектереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Икенсе, аҙаҡҡы уҡыуҙа 66 республика парламентарийы «Курорт йыйымын индереү тураһында» төбәк законына тейешле төҙәтмәләр өсөн тауыш бирҙе. «Закон проекты [Ҡырымда курорт йыйымын индереү буйынса экспериментты 2019 йылдың 1 майына күсереү тураһында] ҡабул ителде», — тип Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Владимир Константиновтың һүҙҙәрен еткерә ТАСС. Ҡырым парламентының Шифахана-курорт комплексы һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Алексей Черняк һүҙҙәренсә, Ҡырым курорт йыйымын индереүгә техник яҡтан әҙерләнеп өлгөрмәне. «Министрҙар советына унға яҡын норматив акт, ә экспериментта ҡатнашҡан муниципалитеттарға үҙҙәрендә эш алып барыу — иҫәп асыу, урынлаштырыу объекттарын проектта ҡатнашыуға әҙерләү, льготалар биреү һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшереү бурысы тора. Ярты йылға етерлек эш, быны бер нисә ай эсендә эшләп өлгөрөп булманы», — тине комитет башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1149987-v-krymu-otlozhili-vvedenie-kurortnogo-sbora-do-maya-sleduyushchego-goda/
Читайте нас: