11:06 (UTC+5), 26 Апреля 2018

Йәйгеһен Башҡортостандың баш ҡалаһын 260 меңдән ашыу сәскә биҙәй

«Вся Уфа» телеканалы видеоһынан стоп-кадр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Был миҙгелдә «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһы теплицаларында 260 меңдән ашыу бер йыллыҡ петуния, бархатцы, цинерарий үҫентеләрен үҫтереп алыу күҙаллана. Һауа торошо яҡшырыу менән үҫемлектәрҙе асыҡ тупраҡҡа күсереү башлана. 9 майға Өфөлә тәүгеләрҙән булып Еңеү паркын сәскәләр менән биҙәү ҡаралған, тип хәбәр итә «Вся Уфа» телеканалы.
«Паркта йөрөгәндә шатлыҡ тойғолары кисерәбеҙ, үҙебеҙҙең хеҙмәт икәнлеген аңлайбыҙ: сәскәләрҙе үҙ ҡулыбыҙ менән ултырттыҡ, уларға бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ», — ти «Горзеленхоз»дың төҙөлөш хужалығы хеҙмәткәре Елена Мельникова.
Быйыл йәй ҡаланы күберәк петуниялар менән биҙәү көтөлә. Улар башҡаларҙан иртәрәк сәскә ата. Теплицаларҙа ултыртыу ике этапта уҙғарыла. Әле йәшелләнгән, тумалған һәм хатта сәскә атҡандар ғинуар аҙағында уҡ ултыртылған. Икенсе этапта орлоҡтар тупраҡҡа сәселә. Йәй урталарында, көҙ башында һулыған йәки һындырылған сәскәләргә бархатцы, петуния һәм цинерарийҙың яңы партияһы алмашҡа килә.
http://www.bashinform.ru/news/1150255-stolitsu-bashkirii-letom-ukrasyat-bolee-260-tysyach-tsvetov/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика