04:30 (UTC+5), 26 Апреля 2018

Республика «Еңеү өсөн 100 балл» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө, Сибай, Нефтекама, Октябрьский, Межгорье ҡалаларында, шулай уҡ Мишкә, Өфө, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Борай райондарында «Еңеү өсөн 100 балл» акцияһы үтте. Йыл һайын акция сиктәрендә йөҙ балл йәки юғары балл йыйғандар оҫталыҡ дәрестәре уҙғара һәм өлкән класс уҡыусылары менән имтиханға һөҙөмтәле әҙерләнеү тәжрибәһе һәм серҙәре менән уртаҡлаша, тип хәбәр иттеләр төбәк Мәғариф министрлығында.
Акция Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт инициативаһы буйынса үткәрелә.
«БДИ – һәр сығарылыш уҡыусыһы үтергә тейеш һынау ул. БДИ-ла юғары балға ирешеү өсөн бик күп көс һалырға кәрәк», — тип билдәләне Мишкә районының Мишкә ауылында Ф.Бүләков исемендәге 1-се лицейын тамамлаусылар.
Бөрө ҡалаһының 7-се урта белем биреү мәктәбен тамамлаусы ҡыҙ уңыш нигеҙе имтихандарға системалы әҙерләнеүгә ҡайтып ҡала тип иҫәпләй. Шулай уҡ уға Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһына әҙерләнеү һәм унда ҡатнашыу, шулай уҡ башҡа конференцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыу ярҙам иткән.
Башҡортостанда 100 балл һәм юғары балл йыйғандар өлкән класс уҡыусыларына үҙҙәренең белеме һәм БДИ хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ акция сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре үтте. Төбәк предмет комиссиялары эксперттары сығарылыш уҡыусыларына эштәрҙе иғтибарлы эшләү кәрәклеге тураһында һөйләне. Психологтар имтихандар осоронда тыныслыҡ һәм ышаныс һаҡлау мөһимлеген билдәләне.
http://www.bashinform.ru/news/1150358-bashkiriya-prinyala-uchastie-vo-vserossiyskoy-aktsii-100-ballov-dlya-pobedy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика