04:00 (UTC+5), 25 Апреля 2018

Республикала 180 меңдән ашыу бала киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыған – Роспотребнадзор

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан биләмәһендә киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуҙың эпидемик сиге 2017-2018 йылдар эпидемия миҙгелендә 5 февралдән 15 апрелгәсә ун аҙна дауамында теркәлде. Был ваҡыт эсендә 275 303 кеше (Башҡортостан халҡының 6,8 проценты) киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыған, балалар һаны – 180 763 (республикалағы балаларҙың 23,1 проценты). Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, дөйөм алғанда ауырыған балалар һаны 65,7 процент тәшкил иткән.
Өфөлә эпидемия осоронда 83 343 кеше (ҡала халҡының 7,4 проценты) ауырыған, улар араһында – 50 953 бала (25 процент). Баш ҡала буйынса дөйөм ауырығандар иҫәбенән балалар өлөшө 61 процент булған.
«Эпидемия күпләп балаларға йоғоу менән түбән көсөргәнешлелектә баһаланды һәм эпидемик процестың оҙаҡҡа һуҙылыуы менән характерланды. Уны А(H1N1)2009 киҙеүе ҡуҙғатты, аҙаҡта В киҙеүе ҡушылды, ул эпидемик процестың оҙайыуына килтерҙе», — тип аңлаттылар ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1149560-v-bashkirii-grippom-i-orvi-pereboleli-bolee-180-tysyach-detey-rospotrebnadzor/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика